Өфө «Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы» статусын алыуға дәғүә итә


Был турала баш ҡала хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында хәбәр ителде. Әле Бөтә донъя һөнәрселек советының жюри ағзалары эш сәфәре менән Өфөлә. Улар төрлө йүнәлештә ижад итеүсе оҫталар менән осраша, баш ҡаланың һөнәрселек йүнәлешен баһалай. Уның һөҙөмтәләре буйынса, юғары исемде биреү һорауы хәл ителәсәк. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова

Башҡорт матрешкаларының һәр береһе ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле килеп сыға. Уны эшләү өсөн һүрәт төшөрөү оҫталығы ғына түгел, башҡорт биҙәүстәренең төрлөлөгөн, милли кейем үҙенсәлектәрен белеү мөһим. Туристар араһында һорау менән файҙаланған сувенир «Ағиҙел» предприятиеһында эшләнә.

Өфө «Ағас һәм таштарҙы художестволы эшкәртеү һәм биҙәү буйынса Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы» статусын алыуға дәғүә итә. Ыңғай яуап алған осраҡта баш ҡалабыҙ Рәсәй төбәктәре араһында бындай исем йөрөтөүсе тәүге ҡала буласаҡ. Был хаҡта Бөтә донъя һөнәрселек советының жюри ағзалары менән матбуғат конференцияһында билдәле булды.

Өфөнөң кәсепселек һәм һөнәрселек йүнәлешен баһалаусы комиссия биш белгестәр тора, улар Италия Көньяҡ Африка, Кувейт һәм Үзбәкстандан килгән. Өс көн дауамында эксперттар Өфө художество-кәсепселек колледжы, «Мосафир» оҫтаханаһы, Ағиҙел, Артель предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышасаҡ. Шулай уҡ «Этно-ауыл» комплексына сәфәр планлаштырылған. Бөтә донъя һөнәрселек советы оҫталарҙың мөмкинлектәрен киңәйтеү һәм милли һөнәрселектең бай мираҫын һаҡлап ҡалыуҙы күҙ уңында тота.

Башҡортостан оҫталарының ни тиклем үҙ эшен яратып башҡарғанын үҙ күҙебеҙ менән күргебеҙ килә. Шулай уҡ беҙҙе ни өсөн тап һөнәрселек менән шөғөлләнеүҙе һайлауҙары ҡыҙыҡһындыра. Сөнки Өфөлә сәнәғәт тә бик үҫешкән, шуға ҡарамаҫтан төрлө оҫталар ҙа күп. Ҡул эштәре менән шөғөлләнгән һәр кем - ул, тәү сиратта, ижадсы, тарихты, йолаларҙы белеүсе кеше.

Азиз Мортазаев, Бөтә Донъя һөнәрселек советының Азия-Тымыҡ океан төбәге президенты

«Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы» статусын алыу туристар ағымын арттырыуға ғына түгел, Башҡортостан оҫталарының эшен донъя кимәлендә танытырға мөмкинлек бирәсәк.

Әлфинә Килдейәрова