Башҡортостанда йыл һайын Сергей Ғимаев кубогына хоккей буйынса турнир уҙа. Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. 1 ғинуарҙа легендар шәхескә 70 йәш тулған булыр ине.
Сергей Ғимаев иҫтәлегенә арналған хәйриә матчы «Өфө-арена»ла үтте. Уйындың Башҡортостанда уҙыуы берҙә осраҡлы түгел, сөнки Сергей Наил улы хоккейҙағы тәүге аҙымдарын баш ҡалала башлай. Ул 11 йәшенән юлаевсылар мәктәбендә шөғөлләнә. Әммә карьераһының күп өлөшөн ЦСКА-ла үткәрә, унда һигеҙ тапҡыр СССР чемпионы була. Сергей Ғимаев һуңынан хоккей комментаторы һәм эксперт сифатында эшләй. Был амплуала ул культлы шәхескә әйләнә, уйынға меңәрләгән көйәрмәнде йәлеп итә. Сергей Ғимаев 2017 йылдың мартында йөрәк ауырыуынан вафат була. Билдәле яҡташыбыҙ тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү маҡсатында Туймазы боҙ һарайына уның исеме бирелгән. Шулай уҡ йыл һайын республикала Ғимаев кубогына турнир үтәсәк. Был балалар өсөн ысын спорт байрамына әүереләсәк,- тип билдәләне Башҡортостан башлығы.
Хәйриә матчын Өфөлә үҙғарыу башланғысын данлыҡлы шәхестең ғаиләһе күтәреп сыға. Уның улы Сергей ҙа атаһы эҙенән бара, профессиональ кимәлдә 18 йыл уйнай, шул иҫәптән «Салауат Юлаев» клубында, ә һуңынан телевидениеға китә. Һуңғы уйын бер юлы бер нисә быуын легендар Рәсәй хоккейсыларын бергә тупланы, шул иҫәптән Вячеслав Фетисов, Алексей Касатонов, Илья Ковальчук, Сергей Федоров, Павел Дацюк, Алексей Морозов, Сергей Мозякин, Максим Сушинский һәм башҡалар. Көсөргәнешле турнирҙа Алексей Морозов командаһы Павел Дацюк коллективын 8:7 иҫәбе менән еңде.