Республикала уҙған йыл алты меңдән ашыу кеше эттән тешләнгән

Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Дмитрий Черенков белдереүенсә, республика халҡы берәҙәк хайуандарҙың күплегенә зарлана. Радий Хәбиров Торлаҡ-коммуналь хужалығына тиҙ арала был мәсьәләне хәл итергә ҡушты.