Башҡортостандың урман ҡупшыҡайы илдең иң күркәм шыршылары араһында

Нефтекаманың “Сәләмәтлек һуҡмағы” аллеяһындағы Яңы йыл шыршыһы “Рәсәй шыршылары” конкурсында ҡатнашып, тәүге унау исемлегенә инде. Ҡала оҫталары 12 метрлыҡ ағастағы биҙәүестәрҙе милли стилдә әҙерләне, шыршы уйынсыҡтарын балалар эшләгән. Уның янында “Урал батыр” эпосы буйынса төҙөлгән ағас ҡаласыҡ һәм Ҡыш бабай йорто урынлашҡан.  Федераль конкурста 58 төбәк ҡатнашҡан. Тәүге унау исемлегенә ингәндәрҙе бүләкләү апрелдә Мәскәүҙә уҙа.