2026 йылда Өфөлә Дәүләт циркы төҙөкләндерелә башлай

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә финанслау алған саҡта ҡатмарлыҡтар килеп тыумаһын өсөн эш проектын өйрәнергә ҡушты. Бынан тыш, ул республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға Рус драма театрын реконструкциялауҙы башлау өсөн аҡса бүлеү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Шулай уҡ Радий Хәбиров Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асыу тантанаһында ҡатнашырға йыйыныуы хаҡында хәбәр итте. Үҙәкте 20 ғинуарҙан һуң асыуҙары ихтимал. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ башҡа мәҙәни объекттарҙы ваҡытында төҙөп бөтөрөү кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтте.