Республика башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписы пациенттарын Иҫке Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Учреждение асылғандан алып, йыл ярым эсендә тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар аша ауыр, ҡатмарлы сирҙәрҙән яфаланған, паллиатив ярҙамға мохтаж 1 меңдән ашыу өлкән кеше һәм 200-гә яҡын бала үткән. Хоспис стеналарында дауаланыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
Байрам тылсымы - йырҙар аша күңел йылыһы бүләк итеүҙә. Өфө хосписында пациенттар өсөн 25 декабрҙән алып Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, республиканың билдәле артистары ҡатнашлығында тамашалар ҡуйыла. Иҫке Яңы йыл көнө Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың да хосписҡа килеп, шәхсән рәүештә һәр кемгә ҡотлау һүҙҙәре еткереүе үҙе бер йолаға әйләнде.
Изге теләктәрҙе, байрам бүләген хеҙмәт ветераны Забар Афризанова ла ҡыуанып ҡабул итте.
Өфө хосписы 2023 йылдың 5 июнендә асылғайны. Стационар алтмыш урынға иҫәпләнгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров учреждение эшмәкәрлеге менән танышып, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәр менән аралашты. Төбәк етәксеһе тормош иптәше махсус хәрби операцияла булған ҡатын менән дә осрашып, ғаиләгә тейешле ярҙам күрһәтеләсәк тине.
Былтыр тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар аша меңгә яҡын кеше үткән, уларҙың 126-һы балалар. Төбәк етәксеһе республика халҡын хосписҡа ярҙам күрһәтергә лә саҡырҙы. Мохтаждарға хәстәрлекле булыу дөйөм изге эш булырға тейеш.
Мәрхәмәтлек күрһәтергә теләүселәр Өфө хосписының рәсми сайтына инеп, учреждение координаторҙары һәм фонд хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнешкә инеү өсөн мәғлүмәт менән таныша ала. Улар тәрбиәләнеүҙә булған кешеләргә бөгөн, тәү сиратта, нимә талап ителеүе тураһында хәбәр итәсәк. Шулай уҡ сайтта ла бар мәғлүмәт асыҡ. Әйтәйек, өлкәндәргә шәхси гигиена саралары кәрәк.
Иҫке Яңы йыл көнөндә хосписта ҡурай, гармун моңдары ла яңғыраны. Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәковтың сығышын өлкән йәштәгеләр айырыуса йылы ҡабул итте. Учреждение стеналары,ысынлап та, күңелдәрҙе дауалаусы көскә эйә тигән ҡарашта улар.
Учреждение ҡарамағында күсмә бригадалар патронажы ла булдырылған. Өфө ҡалаһы һәм Өфө районынан ике меңдән ашыу өлкән кешегә, шулай уҡ баш ҡала һәм республиканың ун бер районынан 129 балаға ярҙам күрһәтелә.
«Өфө хосписы» Хәйриә фонды ҡанаты аҫтында ярты меңдән ашыу ғаилә иҫәптә тора. Улар менән рекмәндәр штабы һөҙөмтәле эш алып бара. Учреждение паллиатив ярҙам үҙәге лә һанала. Пациенттарҙы дауалау өсөн медицина кадрҙарын әҙерләү һәм белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү ҙә эшмәкәрлектең төп йүнәлештәренең береһе.
Гөлназ Хәйбуллина