Башҡортостан биләмәһендә оҙайлы ҡар яуыуы күҙаллана


Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән фаразлауҙарынса, яуым-төшөмдөң тәүге тулҡыны алдағы ике көндә көтөлә.19 ғинуарҙан ҡабатлап яуа башлаған ҡар февралгә тиклем дауам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта һауа температураһы ярайһы уҡ уңайлы буласаҡ, һыуыҡтар көтөлмәй: көндөҙ термометр бағанаһы 11 градустан түбәнәймәй. Төндә 16 градусҡа тиклем һыуыта. Юлдарҙа күреү мөмкинлеге насарая, боҙлауыҡҡа бәйле, белгестәр водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе уяу булырға саҡыра.