Баш ҡала хакимиәте биләмәһендә урынлашҡан берҙәм система ғәҙәттән тыш хәл, урамдарҙы таҙартыу, юл тығындары менән бәйле оператив мәғлүмәтте туплай. 117 экран аша йыйылған мәғлүмәт нигеҙендә белгестәр иғтибар талап ителгән проблеманы тиҙ арала хәл итә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Стена ҙурлығындағы видеоэкран ҡеүәтле гаджетты хәтерләтә. Дашборд тип аталған 117 экранда минут һайын яңы мәғлүмәт туплана. Берҙәм системаға ғәҙәттән тыш хәлдәр, Өфө инфраструктураһына ҡағылышлы оператив мәғлүмәт килә.
Урамдарҙы, ихаталарҙы, юлдарҙы тәртиптә тотоу һорауҙары ҙур ҡала өсөн һәр ваҡыт көнүҙәк. Айырыуса ҡыш көндәрендә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу мәсьәләһе иғтибар талап итә. Ситуация үҙәгендә урамдарҙа нисә берәмек техника эшләгәне, ҡайһы урындарҙа уларҙы арттырырға кәрәклеге күрһәтелә.
Өфөлә махсус Ситуация үҙәге 2024 йылда баш ҡала юбилейы уңайынан ойошторолдо. Аҡыллы система ҡала инфраструктураһын тикшереп заманса ысул ярҙамында халыҡтың тормош-көнкүрешен еңелләштереүгә иҫәпләнгән.
Флорида Ким