Был турала ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. Уҙған йылда 2 миллион тонна ризыҡ етештерелгән. Ит ярым фабрикаттарын етештереү 12 ярым процентҡа артҡан. Һөт етештереүҙә күрһәткестәр 4,8 процентҡа яҡшырған. Башҡортостан төп аҙыҡ-түлек менән үҙен тәьмин итә. Шәкәр, ит, һөт, үҫемлек майы, картуф, томат, ҡыярға ҡытлыҡ юҡ.