Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә 40 төр ярҙам ҡаралған


Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылында мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ошондай бурыс ҡуйҙы. Бөгөн республикала төрлө өлкәләргә ҡағылған 40 ярҙам сараһы әҙерләнгән.

Был - мәктәпкәсә йәштәге балалар, уҡыусылар һәм студенттар өсөн льготалар, белем алыу һәм һөнәри күнекмәләр, социаль хеҙмәттәр, ял һәм һауыҡтырыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү һәм башҡалар. Был исемлек артабан да киңәйтеләсәк. Ярҙам сараларының төрлөлөгөнән тыш, уларҙың ни тиклем асыҡ булыуы ла мөһим. Бында беҙ бөтә процедураларҙы мөмкин тиклем ябайлаштырыуға табан барабыҙ - был да беҙҙең өсөн мөһим мәсьәлә, тип яҙған Башҡортостан башлығы. Яҡын арала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтәсәк. Унда пландар һәм аныҡ ғәмәлдәр тураһында фекер алышынасаҡ.