Хеҙмәт геройҙары беҙҙең арала. «Яңылыҡтар» редакцияһына Ҡариҙел районы пассажирҙары тәжрибәле һәм иғтибарлы водителде төшөрөп күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Марат Ҡотлоев Ҡариҙел-Өфө маршруты буйынса 27 йыл пассажирҙар ташый. Уның хеҙмәтен пассажирҙар ҙа, предприятие етәкселеге лә юғары баһалай. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Марат Ҡотлоев бәләкәйҙән водитель булырға хыяллана. Хәҙер инде хеҙмәт стажы утыҙ йылға яҡынлашып килһә лә тәжрибәле шофер эшен бала саҡтағылай ярата. Ул һәр рейсҡа ентекле әҙерләнә, сөнки пассажирҙар именлеге һәм хәүефһеҙлеге уның яуаплығында.
Башҡа водителдәр ҙә Марат Ҡотлоевты ихтирам итә. Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ водитель коллегалары өсөн ярҙамсыл һәм яуаплы хеҙмәттәш.
Марат Ҡотлоев һәр яңы көндө, яңы маршрутты көтөп алып һөнәри бурысын еренә еткереп эшләргә, юлында осраған кешеләргә ихласлыҡ һәм йылы мөнәсәбәт күрһәтергә тырыша.
Флорида Ким