Дүртөйлө районының Түрбейек ауылы халҡы яңы мәҙәниәт йортон туйланы


Заман талаптарына яуап биргән бина «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса төҙөлгән. 15 йыл клубһыҙ йәшәгән халыҡ өсөн ул ҙур бүләк. Урында йәшәүселәрҙең шатлығын БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова уртаҡлашты.

«Шишмә» ансамбле вәкилдәре сәхнәлә йырлап-бейеп кенә ҡалмай, махсус хәрби операция яугирҙарына ойоҡбаш-бейәләйҙәр ҙә бәйләй. Йыйылыр өсөн яңы урын - мәҙәниәт йорто асылыуы ауыл тормошона яңы һулыш бирә. Мәктәп менән бер бинала булған элекке клуб 15 йыл элек үк авария хәлендә тип танылып, һүтелә. Ләкин ауыл халҡының ижад менән шөғөлләнергә теләге көслөрәк булып сыға.


Беҙ өйҙә йыйыла торғайныҡ. Шунда репетициялар яһап, концерттарҙа сығыш яһаныҡ. Мәҙәниәт йортона һәр саҡ йөрөргә, төрлө түңәрәктәр ойошторорға вәғәҙә итәбеҙ.

Алевтина Аксаева, Түрбейек ауылында йәшәүсе

Мәҙәниәт усағы элекке бина урынында төҙөлә. Ошо маҡсатта «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы федераль бюждеттан 36, республика ҡаҙнаһынан 7 миллион һум аҡса бүленә. Район хакимиәте 900 мең һум ҡуша. Төҙөлөш майҙа башланып, ярты йыл эсендә 265 квадрат метрлыҡ модулле бина ҡалҡып сыға.

Түрбейек ауылы төпкөлдә урынлашҡан, унда 160 кеше йәшәй. Ләкин мәҙәниәт йорто ишеге урындағылар өсөн генә түгел, күрше ауылдар халҡы өсөн дә асыҡ. Әле үк уның сәхнәһендә бер нисә концерт ҡуйылған


Мәҙәниәт йортон асыу сараһына күрше Ивач ауылы халҡы ла килгәйне. Улар беҙҙе яңы бина менән ҡотлап концерт номерҙарҙы күрһәтте. Әле саралар теҙмәһен әҙерләйбеҙ, тиҙҙән түңәрәктәр эшләй башлаясаҡ.

Елена Чапеева, Түрбейек ауыл мәҙәниәт йорто мөдире

Саралар үткәреү өсөн бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Заманса яҡтыртыу һәм акустик системалар, яңы мебель. Тамашалар залының модулле конструкцияһы ултырғыстарҙы алып, майҙанды ҙур фойеға әйләндерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ, аккардеон, баян һәм хромка һатып алынған. Ингән урында теннис өҫтәле урынлашҡан.

Әлфинә Килдейәрова