Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан Өфөлә Башҡортостандың бер төркөм журналистары ведомство наградалары менән бүләкләнде. Тантаналы сарала республика кимәлендә матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған төрлө конкурстарға йомғаҡ яһалды. БСТ телеканалының «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова «Дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу» бәйгеһендә беренсе урын алһа, рус редакцияһынан коллегаларыбыҙ араһында Артур Шәмсетдинов менән Эмиль Басареев «Алға» айырым иҡтисади биләмәһе эшмәкәрлегенә арналған репортаждар конкурсы еңеүселәре тип танылды. Сара сиктәрендә хәрби хәбәрселәрҙең эше лә юғары баһаланды. Тележурналист Гүзәл Хәмитоваға Рәсәй журналистар союзының «Батырлыҡ өсөн» почетлы билдәһе тапшырылды.
БСТ телеканалы проекттары коррупцияға ҡаршы көрәш, наркоманияны иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү рәүеше пропагандаһы, финанс грамоталыҡҡа арналған конкурстарҙа ла лайыҡлы баһаланды. Танып-белеү тапшырыуҙары редакцияһы мөхәррире Гөлнур Ишбулатова Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы Почет грамотаһына лайыҡ булһа, бер төркөм коллегаларыбыҙға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамоталары тапшырылды. Шулай уҡ радио, гәзит-журнал редакциялары хеҙмәткәрҙәре лә абруйлы наградалар менән бүләкләнде.