Башҡортостанда 2024 йылда 1 мең 25 етемгә фатир бирелгән

Бының өсөн 2 миллиард 600 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған, тип белдерҙе Төҙөлөш һәм архитектура ведомствоһы етәксеһе Артем Ковшов. Быйыл республикала етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 3 миллиард һумға яҡын аҡса ҡаралған.