Башҡортостанда балалар баҡсалары тәрбиәселәренә 690 мең һумлыҡ гранттар бирелә

Мәғариф һәм фән министрлығы Республика Башлығы грантына ғаризалар ҡабул ителеүе  тураһында хәбәр итте. Конкурста йәше 35-тән артмаған, мәғариф учреждениеһында эш стажы ике йылдан кәм булмаған тәрбиәселәр ҡатнаша ала. Документтар 1 февралдән мартҡа тиклем ҡабул ителә.