Башҡортостан орлоҡ экспортын бер ярым тапҡырға арттырған

Уҙған йылда республиканан 5 мең тонна тауар һатылған. Продукцияның ҙур өлөшөн Беларусь, Германия, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан алған, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән. Башҡортостанда алдағы йылдарҙа ла экспортты үҫтереү маҡсаты ҡуйылған.