Ауырғазы районы Балыҡлыкүл ауылы яугирҙар таҡтаташын яңыртырға йыйына


Республика район-ҡалалары Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыуға әҙерләнә. Ошо маҡсатта төбәктәрҙә граждандар йыйылыштары үтә, тәҡдим ителәсәк проекттар тикшерелә. Ауырғазы районының Балыҡлыкүл ауыл хакимиәте программала йыл һайын әүҙем ҡатнашҡан биләмәләрҙең береһе. Быйыл улар дәүләт программаһы ярҙамында Балыҡлыкүл ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының исемдәре яҙылған таҡтаташты яңыртырға ниәтләй. Ауылдаштар шулай уҡ биләмәне төҙөкләндереүҙе лә бер тауыштан хуплап сыҡҡан.