Еңел байырға теләй, әммә статьяға тарый. Силәбе өлкәһе кешеһе Учалы районында 14 миллион һумлыҡ алтын ҡаҙып алған. Законһыҙ эшмәкәрлек федераль именлек хеҙмәте оперативниктары тарафынан асыҡланған. Көс хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәте буйынса, Ленинск ҡасабаһында йәшәүсе ир Башҡортостанда ғына түгел, үҙе йәшәгән Силәбе өлкәһендә лә законһыҙ рәүештә алтын сығарыуҙы һәм һаҡлауҙы ойошторған. Ул ҡиммәтле металл менән шөғөлләнеү өсөн сәнәғәт машиналарын һәм ҡорамалдарын ҡулланған. Тентеү барышында барлығы 1 мең 666 грамм аҫылташ тартып алына. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Иргә мәжбүри эштәр, иркенән мәхрүм ителеү йәки штраф янай. Әле законды боҙоу осраҡтарын асыҡлау буйынса тикшереү алып барыла.