Рәсәй Президенты Владимир Путин Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, уларҙың тол ҡатындарына, шулай уҡ элекке концлагерь тотҡондарына бер тапҡыр 80 мең һум түләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Бынан тыш, тыл хеҙмәтсәндәре һәм блокадалы Ленинград халҡы, концлагерҙарҙың бәлиғ булған тотҡондары, ПВО объекттарында, диңгеҙ һәм авиабазаларҙа эшләгәндәр 55 мең һум аласаҡ. Бөгөн Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары һәм уларға тиңләштерелгән 6 мең 331 кеше йәшәй.