303 йыл закон һағында. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров прокуратура хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Былтыр ҡануниәт үтәлешен күҙәтеүсе орган хеҙмәткәрҙәре мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, экология һәм башҡа өлкәләрҙәге 92 меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын туҡтатҡан. Әйтәйек, прокурорҙар дәғүәләре буйынса авария хәлендәге 145 күп фатирлы йортта йәшәүселәр икенсе торлаҡҡа күсерелгән. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған меңгә яҡын балаға фатир асҡыстары тапшырылған. Дарыу һәм медицина изделиеларына мохтаж ике меңгә яҡын инвалид баланың да хоҡуҡтары тергеҙелгән.
Тантаналы йыйылыш сиктәрендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров менән Башҡортостан прокуроры Игорь Пантюшин бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә, ветерандарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Күптәр оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Маҡтаулы исемдәр, «Руденко», «Ягужинский» миҙалдары, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды. Сара байрам концерты менән тамамланды.