Ярты быуаттан ашыу ваҡыт дауамында мәҙәни учреждение балаларға белем эстәп кенә ҡалмай, милли кадрҙар әҙерләүгә лә өлгәшкән. Әле район ауылдарында ошо мәктпә ҡарамағында өҫтәмә кластар асыу күҙаллана. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
«Осҡон» өлгөлө бейеү ансамбле Бөрйән районының ғорурлығы. Ижади коллектив республиканың ниндәй генә район-ҡала сәхнәһендә сығыш яһамаған. Быуындар алмашынып торһа ла, ансамбль тәү тәғәйенләнешенән тайпылмай. Әленән-әле конкурс-фестивалдәрҙә призлы урындар яулап тора.
Ә Рамзан Йәмилов бер аҙ бейеү менән шөғөлләнгәндән һуң, үҙен музыка өлкәһендә һынап ҡарарға ниәт итеп, фортепиано класын һайлаған. Тәүге уңыштары менән ул уҡытыусыһын ғына түгел, ата-әсәһен дә ҡыуандыра.
Әйткәндәй, балалар сәнғәт мәктәбе Бөрйән районында мәҙәни белем биреүсе берҙән-бер учреждение. 55 йыл эсендә мәктәп милли кадрҙар әҙерләүгә лә тос өлөш индерә.
Ғөмүмән, Бөрйән районында, музыкаль белем алырға теләүселәр күп. Шуға ла киләсәктә ауылдарҙа сәнғәт мәктәбенең махсус кластарын асыу күҙаллана. Белгестәр генә булһын.
Әлеге ваҡытта балалар сәнғәт мәктәбе ете йүнәлештә эш алып бара. Йылдар дауамында кластарҙың һәр ҡайһыһы уларға һорау ҙур булыуын ғына түгел, абруйын ла иҫбатлаған.
Азат Ғәлиуллин