Владимир Путиндың ошо турала Указы бар. Республика Башлығы Радий Хәбиров ил президентына бындай ҡарар өсөн рәхмәт белдерҙе. - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембайҙа 4 миллион ярым тонна нефть табыла. Был - СССРҙа табылғандың 4-тән бер өлөшө. Һуңғы йылдарҙа Ишембай үҫешә. Парктар, скверҙар булдырылды, иҡтисади күрһәткестәр яҡшыра. "Ишембай - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһы урынын ҡала халҡы һайлаясаҡ, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
“Тыуған ҡалама бындай исем биреү тарихыбыҙға оло ихтирам билдәһе. Хеҙмәт батырлығы ҡылған быуынды онотмайыҡ”, - ти танылған ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Зөфәр Тимербулатов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, "Ишембай - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһы урынын ҡала халҡы һайлаясаҡ.