Башҡортостанда бер ир 12 һыйыр урлаған

Был хәл 2023 йылда Әбйәлил районында булған. Ауыл кешеһе  Яңауыл ауылында алты кешенең малын алып сыҡҡан. Һыйырҙарҙы үҙенең ихатаһында һаҡлаған.  Ир судта ғәйебен таныған. Малды хужаларына ҡайтарған. Ул 1 йыл һәм 10 айға шартлы рәүештә  иркенән  мәхрүм ителгән.