Быйыл Рәсәй ҡалаларында хәрби парадтар уҙғарыла

Был турала Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан сараларҙы ойоштороу комитеты ултырышында белдерелде. Хәрби парад Мәскәүҙә шулай уҡ 8 герой-ҡалала һәм хәрби округтар, армиялар, флоттар штабтары урынлашҡан ҡалаларҙа була.  Сарала махсус хәрби операция яугирҙары ла ҡатнаша, тине Оборона министры Андрей  Белоусов. 2025 йыл Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусы йылы тип иғлан ителде.