Башҡортостанда яҙғы сәсеү өсөн 30 миллиард һум кәрәк

Был уҙған йылдағынан 25 процентҡа ҙур һан. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары, ашлама ҡиммәтләнә, эш хаҡы өсөн сығымдар арта. Быйыл 2 миллион 800 мең гектар ер  сәсеү планлаштырыла. Уҙған йылда ураҡ тотҡарланған. Шуға ужым ғәҙәттәгенән аҙыраҡ сәселгән. Яҙын эш күберәк була, тип белдерҙе Илшат Фәзрахманов.