Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләү арта

Был турала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдерҙе. - Хөкүмәт менән һөйләшеүҙәр алып алып барыла, иғәнә арттырыу тураһында ҡарар проекты әҙерләнә. Әле сумма аныҡлана, - тине ул. Тариф күтәрелеүен төҙөлөш материадары ҡиммәтләнеүе менән аңлаталар. Башҡортостанда быға тиклем капиталь ремонт өсөн түләүҙе 2022 йылда арттырҙылар.