Был турала республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев социаль селтәрҙә яҙа. - Музей реставрация буйынса федераль программаға инде. 3 йыллыҡ проектты быйыл ғәмәлгә ашыра башлау көтөлә. Мәҙәниәт министрлығы, тарихсылар менән музейҙы яңыртыу концепцияһы буйынса эш алып барабыҙ, ти ул. Салауат Юлаев музейы Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылында урынлашҡан.