Башҡортостан сит илдәргә 426 мең тонна иген һатҡан

Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса шундай һан иғлан итте. Тауар 20 илгә оҙатылған. Башҡортостан игенен Әзербайжан, Беларусь, Бельгия, Германия, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай күпләп алған. Башҡортостанда  "Халыҡ-ара  кооперация һәм экспорт" тигән милли проект ғәмәлгә  ашырыла. Уға ярашлы, экспортты арттырыу маҡсаты  ҡуйыла.