Күптән түгел бында сираттағы корпус файҙаланыуға тапшырылғайны. Ул бер нисә йылға иҫәпләнгән күләмле инвестиция проектының бер өлөшө. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, былтыр ноябрҙә «Инвестсәғәттә» ҡаралған проекттарҙың береһе ярҙамында предприятие күркә итен етештереү ҡеүәтен 10 процентҡа арттырырмаҡсы.
Предприятие иҡтисады өсөн мөһим булған эш 2019 йылда тергеҙелә. Яңы инвестор ярҙамында проект икенсе һулыш ала. Күркә иттәре магазин кәштәләренә сыға, даими рәүештә экспортҡа ла оҙатыла. Быйыл уҡ «Союзпромптица» ҡош итен етештереүҙе кәмендә өс мең ярым тоннаға арттырып, йылына 40 мең тоннаға еткерергә иҫәп тота. Был аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә лә булышлыҡ итәсәк.