Республикала эт-бесәй тотҡан граждандар өсөн ҡаралған закон камиллаштырылды


Уға ярашлы эт хужалары өсөн өҫтәмә яуаплылыҡ һәм хайуандарҙы тотоу буйынса яңы талаптар индерелде. Үҙгәрештәр ҙур эттәрҙе саф һауала йөрөткәндә мотлаҡ морондоҡ кейҙереүгә ҡағыла. Бынан тыш, фатирҙа эт-бесәйҙәрҙе күпләп аҫраусылар өсөн талаптар арттырылды. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә хас фатирҙа һәр 18 квадрат метрға 1 ҙур эт йәки 2 бәләкәй эт йәки бесәй рөхсәт ителә. Йорт эсендә йәки ихатала хайуандар өсөн приют ойоштороусыларға эшмәкәрлеген көйләү һорауҙары иғтибарға алынды. Яңы ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән хужаларға штрафтар ҡаралған.