Сценарий буйынса, ҡотҡарыусылар 18 кеше менән һауала туҡтап ҡалған күтәргесте ергә төшөрөргә тейеш ине. Мәсьәләне хәл итеү өсөн ҡотҡарыусылар бейектә эшләгән 4 төркөмгә бүленде. Тағы ла бер төркөм зыян күреүселәрҙе ҡаргиҙәрҙәр менән йылыныу бинаһына эвакуацияланы. Күнекмәләрҙә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отряды, баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығының авария-ҡотҡары отряды, шулай уҡ республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Силәбе өлкәһенең Эҙләү-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары ҡатнашты.