Архангел районының Максим Горький ауылы уҡыусылары яугирҙар өсөн ампула һауыттары етештерә


Футлярҙы улар 3 д принтерҙа эшләй. Пластмасс һауыттар ампуланы хәрби бәрелештәр ваҡытында ярылыуҙан һаҡлай.

Ковид ваҡытында вирустан һаҡланыу маскалары, махсус хәрби операция башланғас ампула һауыттары. Ябай ғына әйберҙәр, ләкин улар ике осраҡта ла кеше ғүмерҙәрен һаҡлай. Пластмассанан эшләнгән нефопамницалар ҡулланыуҙа ла еңел, ватылып та бармай. Балалар бер нисә төр футляр етештерә, әммә яугирҙарҙың теләге буйынса ике ампула йөрөтөрлөк һауытта туҡталған.


Минең атайым да махсус хәрби операцияла. Шуға ла хәлдән килгәнсе ярҙам итергә тырышам. Был ампула һауыттары уңайлы. Яраланғанда бер бармаҡ менән генә асып укол яһарға мөмкин.

Ислам Смирнов, Максим Горький ауылы мәктәбе уҡыусыһы

Нефопам препаратын йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән һауытты һәр яугирҙың аптечкаһында күрергә мөмкин. Архангел районы етәкселеге фронтҡа футлярҙарҙы ай һайын күмәртәләп оҙата.

Архангел районы махсус хәрби операцияға ярҙам итеү штабтары күплеге буйынса республикалағы иң алдынғы төбәк. Бында 12 үҙәк эшләй. Ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәре әҙерләй, аҙыҡ-түлек етештерә.

Әле Архангел районы халҡы сираттағы гуманитар ылау туплай. Был эшкә олоһо ла, кесеһә лә ҡушыла. Һәр бер кеше махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итергә һәм еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә тырыша.