Ҡырмыҫҡалы районында республикалағы иң ҙур элеватор төҙөләсәк


«Инвестиция сәғәте» форматында үткән йылдың тәүге кәңәшмәһендә Радий Хәбиров башланғысты хуплап өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерҙе. Элеватор менән бер рәттән селекция- орлоҡсолоҡ үҙәге лә сафҡа инәсәк. Йәмғеһе унда 120 мең тонна ашлыҡ һаҡлап буласаҡ. Инвестор эште башлаған да инде. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 2,6 миллиард һум аҡса бүленә. Үҙәк тулы ҡеүәтенә эш башлағас 40 кеше хеҙмәт урыны менән тәьмин ителәсәк. Өҫтөнлөклө проект исемлегенә инеү менән дәүләт яғынан инженер һәм транспорт инфраструктураһын булдырыуға киткән сығымдар ҡапланасаҡ.

Кәңәшмәлә аҙыҡ-түлек сәнәғәте өлкәһендәге башланғыс та хупланды. Уға ярашлы Стәрлетамаҡтағы «Шихан» заводын модернизациялау ҡарала. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 321 миллион һум аҡса йүнәлтелә.