Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары белем алыу йәки квалификацияны күтәреү өсөн сертификат алыу хоҡуғына эйә. Уның күләме 50 мең һум. Былтыр был мөмкинлекте 200 тирәһе кеше файҙаланған.
Сертификатты көндөҙгө, киске, ситтән тороп уҡыуға, төркөмдә йәки шәхси белем алыу өсөн файҙаланырға була. Былтыр махсус хәрби операция ветерандары араһында кран машинисы, эшҡыуар, һаҡсы, төрлө категориялы водитель кеүек һөнәрҙәр популяр булған. Тәтешле районынан Венер Сафин хәрби психологҡа уҡып сыҡҡан. 2022 йылда яугир Шайморатов батальоны составында махсус хәрби операцияға ҡушыла. Бөгөн ветеран «Ватанды һаҡлаусылар» фондының төбәк филиалында социаль координатор булып эшләй.
Сертификатты алыр өсөн «Ватанды һаҡлаусылар» фонды, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша йәки Мәшғүллек үҙәктәрендә ғариза тапшырырға кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда яугирҙарға 40-тан ашыу льгота күрһәтелә. Бынан тыш, 2025 йыл республикала Махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде.