Уға ярашлы эт хужалары өсөн өҫтәмә яуаплылыҡ һәм хайуандарҙы тотоу буйынса яңы талаптар индерелде. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа үткән ултырышта йорт эсендә йәки ихатала хайуандар өсөн приют ойоштороусыларға эшмәкәрлеген көйләү һорауҙары тикшерелде. Яңы ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән хужаларға штрафтар ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Менделеев урамы, 107-се йортта йәшәүсе Тәслимә Вәлиева баш бәләһенә әйләнгән күршеһенә зарлана. Өҫкө ҡатта йәшәүсе Влада исемле ҡатын фатирында 65 бесәй һәм 15 эт тота. Саф һауаға сығарылмаған хайуандар эстә бәҙрәфкә йөрөүҙән Тәслимә ханымдың фатирындағы электр линияһында ҡыҫҡа ялғаныш булып янғын сыҡҡан.
Тәслимә Вәлиева көндөҙ балаларында тороп фатирына ҡунырға ғына ҡайтып йөрөргә мәжбүр. Эттәр төндә сабыша башлаһа, фатирҙа йоҡлау ҙа мөмкин түгел. Шау-шоу, һаҫыҡ еҫ танауҙы яра. Башҡа күршеләре менән ул бер нисә йыл мәсьәләне хәл итә алмаған. Күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең бәхәсле һорауы буйынса суд ултырышы 17 ғинурҙа үтәсәк.
Быйылдан алып Башҡортостанда эт-бесәй тотҡан граждандар өсөн ҡаралған закон камиллаштырылды. Уға ярашлы эт хужалары өсөн өҫтәмә яуаплылыҡ һәм хайуандарҙы тотоу буйынса яңы талаптар индерелде. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә хас фатирҙа һәр 18 квадрат метрға 1 ҙур эт йәки 2 бәләкәй эт йәки бесәй рөхсәт ителә. Йорт эсендә йәки ихатала хайуандар өсөн приют ойоштороусыларға эшмәкәрлеген көйләү һорауҙары иғтибарға алынды. Яңы ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән хужаларға штрафтар ҡаралған.
Бынан тыш, законға үҙгәрештәр ҙур эттәрҙе саф һауала йөрөткәндә мотлаҡ морондоҡ кейҙереүгә һәм башҡа санитар талаптарға ҡағыла. Ултырышта күпләп эт аҫраусыларға коммерция булмаған ойошма асып хайуандарҙы ҡарау өсөн дәүләт гранттарын, рәсми эшмәкәрлеккә лицензия алыуҙа ярҙам итеү һорауҙары ҡаралды.
Флорида Ким