Республиканың телевидение тармағы ауыр юғалтыу кисерҙе. 75 йәшендә Башҡортостан телевидениеһы ветераны, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы Марсэн Мөхәмәҙиев арабыҙҙан китте.
Марсэн Баһауетдин улы Мөхәмәҙиев 1949 йылдың 12 майында Өфөлә тыуған. 17 йәшендә Башҡортостан телевидениеһына эшкә килеп, 40 йылдан ашыу ғүмерен зәңгәр экранға арнай. Ҡуйыусы, яҡтыртыусы, ассистент вазифаларынан юғары оҫталыҡҡа эйә телеоператор дәрәжәһенә тиклем үҫә. Марсэн Мөхәмәҙиевтың архивында бик күп нәфис һәм документаль фильмдар иҫәпләнә. Марсэн Мөхәмәҙиев шулай уҡ оҫта фоторәссам да ине. 2018 йылда уның хеҙмәттәштәре, башҡорт экраны йондоҙҙарына арналған «Кадрҙа һәм кадр артындағы телевидение» тигән фотоальбомы донъя күрҙе. 2022 йылда Өфөлә тәүге шәхси фотокүргәҙмәһе ойошторолдо. Тормош иптәше, билдәле журналист Хәлисә Мөхәмәҙиева менән улар төрлө мәҙәни проекттарҙы тормошҡа ашырҙы, хеҙмәттәштәренә ихлас ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡты. Күркәм кеше, юғары профессионал, тыуған ере һәм баш ҡаланың ысын патриоты Марсэн Мөхәмәҙиев тураһында яҡты иҫтәлек күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.