Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Баҡалы районында


Төбәктә ул агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге предприятиеларыбыҙҙың эшмкәрлеге менән танышты. Социаль әһәмиәтле йомортҡа етештереүҙә махсуслашҡан ойошма тураһында төбәк етәксеһе үҙенең сәхифәһендә яҙҙы.

«Эшҡыуарҙың тырышлығы менән бәләкәй хужалыҡ республика кимәлендәге эре агробизнесҡа әүерелә. Иң мөһиме, бында яуланған үрҙә генә туҡтап ҡалмайҙар. Хәҙер ҡатнаш аҙыҡ заводы, яңы производство корпустары төҙөлә. Ҡошсолоҡ комплексын киңәйтеү проекты былтыр ноябрҙә «Инвестиция сәғәте»ндә хуплау тапты, уға өҫтөнлөклө статус бирелде. Бөгөн ҡошсолоҡ фабрикаһына тағы ниндәй ярҙам күрһәтә алыуыбыҙ хаҡында фекер алыштыҡ», тип яҙған Башҡортостан башлығы.