Махсус хәрби операция геройҙарына арналған ярышта ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында көслөләр асыҡланды. Уҡ атып мәргәнлектә һынашыу - башҡорт халҡында борондан ҡалған йола. Һуңғы йылдарҙа спорттың был төрө республика төбәктәрендә киң танылыу алды. Хәйбулла районында ойошторолған бәйгелә хужаларҙан тыш, тағы ла тиҫтәгә яҡын төбәктән 50-нән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында халыҡ-ара һәм республика ярыштары еңеүселәре лә бар. Ауырғазы районынан Фәһим Ғайсин халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлө менән өс йыл шөғөлләнә. Быға үҙенең улын да йәлеп иткән. Батырханға 14 йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, күп тапҡыр чемпион исемен яулаған.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса 55 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урынды Бөрйән районынан Әлиә Ишморатова яуланы, ә ир-егеттәр араһында Ауырғазы районынан Батырхан Ғайсин еңде. Ә 55 йәштән өлкәндәр категорияһында Баймаҡ районынан Вәхит Ғәлин менән Әбйәлил районынан Миләүшә Хәлилова еңеү яуланы.