Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баҡалы районында булды


Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баҡалы районында булды. Көн тәртибендә республика етәксеһе йомортҡа етештереүҙә махсуслашҡан ҡошсолоҡ фабрикаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Район үҙәгендәге хужалыҡта тауыҡтар тәүлегенә 90 мең йомортҡа һала. Инвестиция проекты буйынса фермала һуңғы ике йылда производство йыһаздары яңыртылған, комплекс майҙаны киңәйтелгән. Бынан тыш, эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Ахман ауылында капиталь ремонтан һуң асылған мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм Баҡалы ауылындағы «Хәрби дан» паркында булды, халыҡ менән аралашты. Баҡалы районынан тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Баҡалы ҡошсолоҡ фабрикаһында тауыҡтар тәүлегенә 90 мең йомортҡа һала. Ҡеүәтле ауыл хужалығы комплексында йылына 35 млн йомортҡа етештерелә. Инвестиция проекты буйынса фермала һуңғы ике йылда производство йыһаздары яңыртылған , комплекс майҙаны киңәйтелгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡошсолоҡ фермаһы эшмәкәрлеге менән танышты.

Алдағы йылдарҙа ауыл хужалығы комплексында комбикорма заводы төҙөлөшө күҙаллана. 2027 йылға тиклем иҫәпләнгән төҙөлөш проектына ярашлы ҡошсолоҡ фермаһында 100 мең тауыҡ үҫтереү өсөн дүрт ҙур корпус сафҡа индереү , биләмәлә яңы эш урындары булдырыу планлаштырыла.

Баҡалы районына эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров былтыр асылған Хәрби Дан паркын ҡараны. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса төҙөлгән паркта өлкәндәр һәм балалар өсөн спорт ҡоролмалары, беседкалар, тротуарҙар ҡаралған. Баҡалыларҙың яратҡан паркына хәрби техника урынлаштырыу, хәтер аллеяһын төҙөкләндереү маҡсаты тора.

Ахман ауылында капиталь ремонттан һуң асылған мәҙәниәт йорто Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышҡан сираттағы объект.

Төбәк етәксеһе клубҡа инеү менән ауыл халҡы ихлас рәхмәтен еткерҙе. Яңыртылған мәҙәниәт йорто урындағы халҡының тормошон тағы ла йәнләндереп ебәргән. Тарихи, мәҙәни саралар, йыйылыштар ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторола.

16 млн һумға иҫәпләнгән ремонт сиктәрендә ауыл клубының сәхнә залы , ижади түңәрәктәр бүлмәләре яңыртылған , иҙән-түшәмдәр , инженер селтәрҙәр алмаштырылған.

Клуб бинаһында урынлашҡан иҫке ФАП урынына заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. 400 кеше йәшәгән Ахман ауылында яңы учреждениела бөтә өлкән кешеләр диспансер тикшереү үткән.

Көн тәртибендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Баҡалы ауыл хужалығы колледжында уҡыу шарттарын ҡарап , иҫке бинала капиталь ремонт һорауҙарына туҡталды. Ауыл хужалығы колледжында ашнаҡсы , ветеринар , тракторсы , ер хужалығы белгесе , агроном , ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау кеүек республика өсөн кәрәкле һәнәрҙәргә уҡыталар, шуға ла ла студенттар өсөн шарттар тыуҙырыу көнүҙәк маҡсат.

Йылдам үҫешкән биләмәлә артабан да яңы социаль объекттар асылыуы көтөлә. Район халҡы көтөп алған поликлиника йыл аҙағында төҙөлөп бөтөр тип көтөлә.

Флорида Ким