Башҡортостанда яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары киңәйтелә


Махсус хәрби операцияла улдарын юғалтҡан әсәләрҙе берләштереү, йәрәхәтләнгән яугирҙарға психологик ярҙам күрһәтеү өсөн белгестәр әҙерләү, адаптив спорт үҙәктәре ойоштороу. Был Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү йылын үткәреү буйынса Ойоштороу комитетының тәүге ултырышында тәҡдим ителгән башланғыстарҙың бер нисәүһе. Эшлекле һөйләшеүҙә Башҡортостан башлығы, Хөкүмәт ағзалары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Онлайн-бәйләнеш ваҡытында бер нисә район хакимиәттәре уларҙа алып барылған ярҙам саралары менән таныштырып, льготаларҙы тағы ла камиллаштырыу буйынса фекерҙәрен еткерҙе. Радий Хәбиров белдереүенсә, һәр бер муниципалитеттағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаилә ағзалары республика ярҙамын тойорға тейеш. Ултырыш барышында Башҡортостан башлығы төбәктә Ветерандар өсөн комплекслы реабилитация һәм абилитация үҙәген ойошторорға ҡушты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 40-тан ашыу ярҙам сараһы эшләп килә. Былтыр ошо льготаларҙы тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан 13 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Фронт биләмәһенә 142 гуманитар конвой оҙатылған. Яугирҙар менән эш төрлө йүнәлештә алып барыла. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылында был эш артабан да киңәйтеләсәк.