Тыуған яҡтың ҡайнар сәләме. Бәләбәй районынан сираттағы ылау Махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте. Гуманитар миссияны Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Караберов етәкләне.
Ватан һаҡсылары өсөн тәғәйенләнгән ярҙам теләктәшлек һәм туғанлыҡ маҡсатында ойошторолдо. Урындағы предприятиелар, эшҡыуарҙар һәм ябай кешеләр көсө менән яугирҙарға тәүге кәрәк-яраҡтар, шул иҫәптән радиоэлектрон көрәш саралары, аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре һәм башҡа бик күп әйберҙәр йыйылған. Алыҫ сәфәргә барыусылар әйтеүенсә, бындай осрашыуҙар изге эштәргә илһам бирә, яҡындан аралашыу ауыр ваҡытта бер-беребеҙгә ярҙам итеүҙең мөһимлеге тураһында иҫкәртә.
Гуманитар конвойҙы оҙатып барыусылар хәрбиҙәрҙең йәшәү шарттары менән дә танышты. Яҡташтарыбыҙ үҙ позицияларын төҙөкләндергән, ысын йорт уңайлыҡтары тыуҙырырға тырышҡан. Ашхана ла, йоҡо бүлмәһе лә, хатта мунса ла бар. Әммә быларҙың барыһы ла башлыса ер аҫтында ҡоролған. Ҡышҡы миҙгелдә блиндажды йылытыу өсөн яугирҙар үҙ ҡулдары менән буржуйка ла эшләп ҡуйған.