Бер кем дә онотолмай. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнгән йылда Ишембайҙың «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» маҡтаулы статусҡа эйә булыуы - һуғыш йылдарында фашистик Германияны еңергә ярҙам иткән тыл хеҙмәтсәндәренә дәүләт кимәлендәге ихтирам билдәһе. Коллектив ҡаһарманлыҡ артында меңәрләгән кешенең шәхси тарихы ята. Ишембай нефтселәре Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ысын хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтә, 4 миллион ярым тонна нефть сығарып, фронтты тәьмин итә. Был СССР-ҙа табылған ҡара алтындың дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән тағы ла алты ҡалаға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы исеме бирелде.
Һуңғы йылдарҙа Ишембай йылдам үҫешә. Йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә, яңылары барлыҡҡа килә. «Ҡара алтын» менән дан тотҡан ҡала һәм райондың социаль инфраструктураһын нығытыу буйынса күләмле эштәр алып барыла.