Башҡортостан йәмәғәтселеге Марсэн Мөхәмәҙиев менән хушлашты


Башҡортостан йәмәғәтселеге телевидение ветераны, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы Марсэн Мөхәмәҙиев менән хушлашты. Уға 75 йәш ине.

Марсэн Баһауетдин улы Мөхәмәҙиев 1949 йылдың 12 майында Өфөлә тыуған. 17 йәшендә Башҡортостан телевидениеһына эшкә килеп, 40 йылдан ашыу ғүмерен зәңгәр экранға арнай. Ҡуйыусы, яҡтыртыусы, ассистент вазифаларынан юғары оҫталыҡҡа эйә телеоператор дәрәжәһенә тиклем үҫә. Марсэн Мөхәмәҙиевтың архивында бик күп нәфис һәм документаль фильмдар иҫәпләнә. Уларҙың береһе - дүрт сериялы «Бөртөкләп йыйыла алтын», Әмир Абдразаҡовтың «Урал моңдары», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» һәм башҡалар. Ул Рәсәй кинематографистар союзының Башҡортостан бүлексәһен ойоштороусыларҙың береһе. Марсэн Мөхәмәҙиев шулай уҡ оҫта фоторәссам да ине. 2018 йылда уның хеҙмәттәштәре, башҡорт экраны йондоҙҙарына арналған «Кадрҙа һәм кадр артындағы телевидение» тигән фотоальбомы донъя күрҙе. 2022 йылда Өфөлә тәүге шәхси фотокүргәҙмәһе ойошторолдо. Тормош иптәше, билдәле журналист Хәлисә Мәхәмәҙиева менән улар төрлө мәҙәни проекттарҙы тормошҡа ашырҙы, хеҙмәттәштәренә ихлас ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡты.

Марсэн Баһауетдин улы менән хушлашыу БСТ телеканалының конференц залында үтте. Уны һуңғы юлға оҙатырға туғандары, дуҫтары, төрлө йылдарҙа бергә эшләгән коллегалары йыйылды. Улар күркәм кеше, юғары профессионал, тыуған ере һәм баш ҡаланың ысын патриоты тураһында яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште. Изге күңелле, ярҙамсыл, тоғро... Ул туғандары һәм коллегалары хәтерендә тап шулай булып иҫтә ҡаласаҡ. Марсэн Мөхәмәҙиев Өфөнөң Мосолман зыяратында ерләнде.