Вячеслав Евгеньевич Рәсәй тимер юлдары компанияһының 49-сы юлсылар машина станцияһында эшләй. Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Яҡташыбыҙ былтыр апрелдә яу яланында һәләк була. Фронтта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн ул вафатынан һуң «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнә. Вячеслав Чудов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ул эшләгән станция бинаһына беркетелгән. Уны асыу сараһында урындағы хакимиәт вәкилдәре, Вячеслав Чудовтың коллегалары, туғандары һәм яҡындары ҡатнашты. Йыйылыусылар яугирҙы тыйнаҡ, эшһөйәр һәм ышансылы кеше булараҡ иҫкә алды.