Өфөлә Яныбай Хамматовтың тормош һәм ижад юлына арналған кисә үтте


Билдәле яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына - 100 йыл. Ошо уңайҙан Өфөнөң балалар филармонияһында әҙиптең тормош һәм ижад юлына арналған кисә үтте. Сарала яҙыусының туғандары, Белорет районынан яҡташтары һәм әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты. Яныбай Хамматов башҡорт әҙәбиәте тарихында тәүге пенталогия ижад итеүсе булараҡ билдәле. Ул егермегә яҡын роман, тиҫтәләгән повесть-хикәйәләр авторы. Тап уның әҫәре нигеҙендә беренсе башҡорт телевизион фильмы төшөрөлә.

Әйткәндәй, Яныбай Хамматовтың 100 йыллығы уңайынан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә яңы автобиографик роман донъя күрҙе. Унда халыҡ араһында билдәһеҙ әҫәрҙәр тупланған. Баҫманы заманында яҙыусының ҡыҙы Гүзәл Хамматова әҙерләгән булған.