Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендәге архитектур ансамбль мәҙәни мираҫ объекттар исемлегенә индерелде


Дәүләт экспертизаһына ярашлы, Орджоникидзе һарайынан алып «Еңеү» кинотеатрына тиклем йөҙгә яҡын бинаны төҙөкләндереү күҙаллана. Үҙенсәлекле ансамбль уҙған быуаттың 50-се йылдарында архитектор Маргарита Куприянова проекты буйынса төҙөлгән. Черниковка йорттарындағы биҙәктәр, деталдәр, стилләштерелгән балкондар һәм тәҙрәләр реставрацияға һәм һаҡлауға мохтаж. Объекттарҙы яңыртыу буйынса төҙөлөш проекты быйыл әҙерләнер тип көтөлә.


Архитектур ансамбль бер нисә урамды берләштерә, әммә төп объекттар Беренсе май һәм Кольцевая урамдарында урынлашҡан. Биналарҙы мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индереү капиталь ремонтты еңелләштерелгән төҙөлөш проекты буйынса үткәрергә мөмкинлек бирә. Күләмле реставрацияны ойоштороу өсөн төҙөлөш проекты быйыл әҙер булыр тип ышанабыҙ.

Рөстәм Хәмитов, Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы