Башҡортостан граждандары үҙ мәҙәни проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 10 миллион һумға тиклем грант ота ала. Был мөмкинлекте «Мәҙәни башланғыстар Президент фонды» программаһы тәҡдим итә. Еңеүселәр өсөн ярты миллион һум финанс ярҙам ҡаралған. Быйыл заявкалар 6 февралгә тиклем ҡабул ителә. Конкурстың яңы талаптары менән Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының Ресурс үҙәге белгестәре таныштырҙы. Ғариза, смета, проектты дөрөҫ яҙыу һәм башҡа талаптар тураһында әңгәмәгә республиканың төрлө район-ҡаларынан онлайн-бәйләнеш аша ла ҡушылдылар.