Унда Бөтә Рәсәйҙән һаңғырау спортсылар ҡатнаша. Төрлө төбәктәрҙән меңгә яҡын кеше килеүе көтөлә. Тау саңғыһы спорты, керлинг, саңғыла йүгереү, сноуборд, хоккей, футзал һәм шахмат буйынса ярыштар ҡаралған. Уйындарҙы асыу тантанаһы 8 февралдә "Өфө-Арена"ла була. Турнир 16 февралгә тиклем бара.