Салауат ҡалаһында 72 йәшлек ҡатынға социаль селтәр аша шылтыратҡандар. Электр иҫәпләгесте бушлай алмаштырыу өсөн СМС-хәбәр менән килгән кодты әйтергә күндергәндәр. Бер аҙҙан яңы шылтыратыу булған. Ҡатындың дәүләт хеҙмәттәре порталындағы кабинеты мутлашыусылар ҡулында булыуы, аҡсаһын һаҡлап ҡалыу өсөн, уны тиҙ генә икенсе иҫәпкә күсереп өлгөрөргә кәрәк тип кәңәш иткәндәр. Ҡатын был кәңәште үтәгән һәм аҡсаһыҙ ҡалған, тип хәбәр итәләр Эске эштәр министрлығынан.