Өфөлә хужаһыҙ хайуандарға ярҙам буйынса акция уҙғарыла

Ул ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев башланғысы менән ойошторола. 25 ғинуарҙа Урмансылар паркында  приюттарҙа аҫралған эттәр өсөн  кәрәк-яраҡ йыйыла.  Аҙыҡ-түлек,  медицина препарттары, уйынсыҡтар килтерергә була. Тәүге тапҡыр был акция уҙған йылдың декабрендә үтте. Уны ай һайын уҙғарыу планлаштырыла.